Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙҙең ҡалала подолог бармы?

Дүртөйлө районында мөһим социаль проектты тикшерҙеләр.    

Ә һеҙҙең ҡалала подолог бармы?
Ә һеҙҙең ҡалала подолог бармы?

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы хакимиәтендә сираттағы осрашыу үтте.

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусы “ПОДОЛОГиЯ” сәләмәт табан кабинетына өҫтәмә ҡорамалдар алыуға финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте. Подология - ул һөнәри ҡорамалдарҙы һәм косметология сараларын файҙаланып, табандарҙы һәм тырнаҡтарҙы комплекслы ҡарау. Подолог, уңайһыҙлыҡ һәм ауыртыу тыуҙырған проблемаларҙы бөтөрөп, медицина педикюрын башҡара.

“Халыҡтың күпселеге аяҡ кейемен дөрөҫ һайламай: тар һәм уңайһыҙын кейә. Ваҡыт үтеү менән тырнаҡтар тирегә үҫеп инә, был иһә дискомфортҡа килтерә”, – тине осрашыуҙа ҡатнашыусы.

Проект авторына социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыуға конкурста ҡатнашырға тәҡдим иттеләр.

"Бизнес менән шөғөлләнергә ниәтләнеүселәрҙең барыһын да “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә саҡырабыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(34787) 2-26-89, 2-19-48 телефондары аша алырға, ә ҡатнашыуға ғаризағыҙҙы https://investrb.ru/ru/ сайтында теркәргә мөмкин”, - тип билдәләнеләр Дүртөйлө районы хакимиәтендә.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: