Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡта Ибраһимов урамын төҙөкләндереүгә тотондолар

Барлыҡ эштәрҙе 2024 йылдың июль аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.    

Стәрлетамаҡта Ибраһимов урамын төҙөкләндереүгә тотондолар
Стәрлетамаҡта Ибраһимов урамын төҙөкләндереүгә тотондолар

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Ибраһимов урамын төҙөкләндереүгә тотондолар. Коммунистик урамынан Артем урамына тиклемге 350 метр оҙонлоҡтағы участкала подряд ойошмаһы борт таштарын һүткән һәм иҫке юл япмаһын ҡырып ала. Шунан һуң юлсылар яңы асфальт түшәй, юл ситтәрен нығыта һәм юлға тамғалар төшөрә башлай. Был эштәргә 9 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

– Ибраһимов урамының был участкаһында юғары кимәлдәге автомобиль хәрәкәте күҙәтелә. Шуның менән бәйле Ибраһимов һәм Артем урамдары киҫелешендә 2023 йылда яңы светофор ҡуйылды. Урамды ремонтлау юл-транспорт торошон яҡшыртырға һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк, – тип һөйләне транспорт һәм юл хәрәкәте министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Барлыҡ эштәрҙе 2024 йылдың июль аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Стәрлетамаҡта милли проект сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 7 километрҙан ашыу булған 12 юл участкаһын ремонтлау ҡаралған.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: