Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

12 ауылды хеҙмәтләндерәсәк

Яңы медицина учреждениеһы Иглин үҙәк район дауаханаһынан 42 километрҙа урынлашҡан.

12 ауылды хеҙмәтләндерәсәк
12 ауылды хеҙмәтләндерәсәк

Иглин районының Урман ауылында, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, дөйөм практика табибы офисы асылды. Программаның маҡсаты –халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу.

Яңы медицина учреждениеһы Иглин үҙәк район дауаханаһынан 42 километрҙа урынлашҡан. Ул райондың 12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Барлығы 1859 кеше, 415-е - балалар. Бинала дөйөм практика табибы һәм педиатр кабинеттары, процедура һәм ҡабул итеү бүлмәләре урынлашҡан. Медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

– Яңы дөйөм практика табибы офисы асылыу менән пациенттар медицина ярҙамын йорттарына яҡын урында аласаҡ. Ауылдаштарҙы диспансерлаштырыу үтергә саҡырабыҙ, – тине Иглин үҙәк районы дауаханаһының баш табибы Радмир Һәүбәнов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.  

Автор:Дина Арсланова
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: