Балалар һәм уҡытыусылар комикс авторҙарының береһе Камил Буҙыҡаев менән 2023 йылдың йәйендә булған бер тарихты тыңланы. Китап Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында нәшер ителде.
– Комикс хәрби-һауа көстәре яугирҙәренә гуманитар йөк ташыған ирекмәндәр хаҡында бәйән итә. Китап ҡоралдың түгел, ә берҙәмлектең көсө хаҡында һөйләй, – тине китапхана етәксеһе Гөлдәр Йәрмөхәмәтова.
Кисәгә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштар Вадим Ғилуанов менән Дамир Ниғмәтуллин саҡырылғайны. Вадим Ғилуановтың ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағы ине. Ә Дамир Ниғмәтуллин МХО яугирҙәренә ярҙам ойоштороу менән шөғөлләнә.
Уҡыусыларҙың ҡунаҡтарға һорауҙары һәм изге теләктәре күп булды. Улар яугирҙәрҙең йәшәү шарттары, һалдат дуҫлығы төшөнсәһе, Рәсәй армияһы яугиренең сифаттары хаҡында һорашты. Шулай уҡ үҫмерҙәр үҙҙәренең окоп шәмдәре эшләүе һәм яугирҙәргә хаттар яҙыуы хаҡында һөйләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Үрге Этҡол моделле китапханаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” (национальный проект "Культура") милли проекты ярҙамы менән яңыртылды һәм 2021 йылдың аҙағында асылды. Яңы йыһаз, зауыҡлы биҙәлеш, техник мөмкинлектәр китапханала ололар һәм балалар өсөн төрлө кисәләр, оҫталыҡ дәрәестәре үткәреү, халыҡты мәҙәни сараларға күпләп йәлеп итеү мөмкинлеген бирә.