Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡороштар яңы пунктты баһаланы

"Яҡшы шарттар булдырылыуына һөйөнөп бөтә алмайым", – ти тәжрибәле фельдшер Вера Хөсәйенова.

Ҡороштар яңы пунктты баһаланы
Ҡороштар яңы пунктты баһаланы

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Ҡорош ауылында асылған  яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктынан халыҡ өҙөлмәй. Бында пациенттарҙы 900 тапҡыр ҡабул итергә өлгөргәндәр. Программаның маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамын мөмкин тиклем яҡынайтыу.

Хәҙер Ҡорош ауылы халҡы (240-тан ашыу кеше) тәүге медик-санитар ярҙамды йәшәгән еренә яҡын ерҙә ала. Фельдшер-акушерлыҡ пункты тейешле бөтә санитар талаптарға һәм заманса стандарттарға  ярашлы йыһазландырылған. Процедура, прививка кабинеттары, персонал һәм дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмәләр, гардероб бар. Аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттар өсөн пандус урынлаштырылған.

–Яңы медицина пункты пациенттар өсөн бик мөһим. Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар булдырылыуына һөйөнөп бөтә алмайым, – ти тәжрибәле фельдшер Вера Хөсәйенова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:
Читайте нас: