Даирә
+30 °С
Облачно
Милли проекттар
8 Мая 2024, 06:57

Әңгәсәкте хәҙер Мәскәүҙә лә беләләр

Дүртөйлө районы уҡыусылары муниципалитеттың эске туризмын үҫтереү буйынса проекты менән таныштырҙы. 

Әңгәсәкте хәҙер Мәскәүҙә лә беләләрӘңгәсәкте хәҙер Мәскәүҙә лә беләләр
Әңгәсәкте хәҙер Мәскәүҙә лә беләләр

Быйыл март айында Мәскәүҙә “Илемдең, ҡаламдың, ҡасабамдың, райондың туристик коды – туризм тураһында” Бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Унда Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылы уҡыусылары Кира Низаметдинова, Илдана Зәйнуллина һәм Есения Валикаева ҡатнашты.  Улар конкурс комиссияһын үҙ презентациялары менән таныштырҙы һәм һөҙөмтәлә призлы урындар алды. 

“Эшемдең маҡсаты – эске туризмды популярлаштырыу һәм маршрутта ҡатнашыусыларҙы тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү. Ҡунаҡтарға мөмкин тиклем күберәк ауылыбыҙ һәм уның тирә-яғы хаҡында һөйләге килә. Минең эшем “Был ылыҡтырғыс һәм серле Әңгәсәк” тип атала. Ауылыбыҙ урамдары буйлап йөрөп, уның тарихын өйрәнгәс, мин туристик маршрут өсөн объекттар һайланым. Маршрут ауылыбыҙҙың һоҡланғыс тарихы менән таныштыра, иҫтәлекле урындары буйлап үтә. Беҙгә бер тапҡыр килгән кеше һәр ваҡыт кире килгеһе килеп тора”, – тип һөйләне Кира Низаметдинова.

Бөгөн туризм – хеҙмәттәр менән алмашыу формаларының береһе. Кешеләр буш ваҡыттарында һауыҡтырыу, танып белеү, һөнәри-эшлекле, спорт, дини һәм башҡа маҡсаттарҙа сәйәхәт итә. Әүҙем ял итеү төрҙәренең береһе, ығы-зығынан арынып, яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр күреү, ыңғай тәьҫораттар алыуҙың иң яҡшы ысулы. Туризм башҡа илдәрҙең һәм төбәктәрҙең мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеген бирә, кешенең ҡыҙыҡһыныусанлығын ҡәнәғәтләндерә, уны рухи яҡтан байыта, физик яҡтан һауыҡтыра, шәхестең үҫешенә булышлыҡ итә.

“Был – уҡыусылар өсөн иҫ киткес ҡаҙаныш, ул Дүртөйлө балаларының федераль кимәлдә уңышлы сығыш яһай алыуын раҫлай. Был еңеүҙәр районда эске туризмды үҫтереү өсөн ҡеүәтле стимул буласаҡ”, – тине ҡыҙҙарҙың уҡытыусылары.

Билдәле булыуынса, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас