“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһының экспортҡа йүнәлтелгән 10 предприятиеһы тауарҙарҙы (продукцияны) экспортҡа ташыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға республика бюджетынан субсидиялар алды. Был хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
– Ҡатмарлы геосәйәси хәлгә ҡарамаҫтан, тауарҙарын сит илдәрҙә һатыусы төбәк компанияларына һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. 2019 – 2024 йылдарҙа 200-ҙән ашыу предприятие тауарҙарҙы экспортҡа ташыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алды. Был осорҙа хупланған экспорт күләме 40,8 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Быйыл Башҡортостандың 10 предприятиеһына ошо субсидияны алыуға ғаризалар хупланды, – тип белдерҙе Маргарита Болычева.
1 – 15 апрелдә Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы 15 компаниянан дөйөм суммаһы 66 миллион һум тәшкил иткән 16 ғариза ҡабул итте.
Экспорт эшҡыуарлығына ярҙам итеүҙең был механизмы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 12 декабрендәге 767-се ҡарары менән раҫланған “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының экспортын үҫтереү” төбәк программаһына инде.
Белешмә:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2020 йыл менән сағыштырғанда 2030 йылға сеймал энергияһыҙ тауарҙар экспортының 70 проценттан кәм булмаған реаль үҫешен тәьмин итеү.
Маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы тауарын экспортлау” һәм “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары” федераль проекттары сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә планлаштырыла.
Фото һәм мәғлүмәт сығанғы: pravitelstvorb.ru