Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Апрель , 10:37

Яратҡан шөғөлө - килем сығанағы ла

Архангел районында йәшәгән оҫта дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен уңышлы үҫтерә.    

Яратҡан шөғөлө - килем сығанағы ла
Яратҡан шөғөлө - килем сығанағы ла

Архангел районы Архангел ауылында йәшәгән Алексей Губачев үҙенең ағас эше оҫтаханаһында ағастан тиҫтәләрсә төрлө әйберҙәр: аш-һыу кәрәк-ярағы, балалар мебеле, өҫтәлдәр, ултырғыстар һәм башҡа интерьер предметтары, иконалар етештерә, шулай уҡ һан менән программаланған идара итеү станоктарында 2 D һәм 3D эшкәртеү яһай.

2023 йылда ул Алыҫ Төньяҡтағы төп эшенән китә һәм үҙен тулыһынса яратҡан эшенә бағышлай. Архангел районы хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса оҫтаға республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген асыуға адреслы социаль ярҙам алыуҙа ярҙам күрһәтелә.

Ә барыһы ла 2013 йылда, йәш ирҙең буласаҡ ҡыҙы өсөн ағас карауат яһарға ниәтенән башлана. Ул ваҡытта улар тормош иптәше менән бергә йорт төҙөү менән шөғөлләнә, ағас эшкәртеү өсөн тәүге станоктар һатып алына. Һәм “ағас донъяһы” уны үҙенә шул тиклем йәлеп итә, хатта тәүге заказдар ҙа барлыҡҡа килә башлай. Заказ буйынса әҙерләнгән тәүге эш – баҡса өсөн декоратив ел тирмәне була. Шулай һәүәҫкәр булараҡ башланған шөғөлө ғаилә оҫтаханаһына әүерелә.

– Беҙҙә ике ҡыҙ үҫә һәм ғаилә эше менән ихлас ҡыҙыҡһына. Киләсәккә пландарыбыҙ ҙур, етештереүҙе киңәйтергә уйлайбыҙ, ағас эшкәртеү буйынса ун йыллыҡ тәжрибәбеҙ беҙгә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итергә тейеш. Яратҡан эшең менән шөғөлләнеү, ә иң мөһиме бынан табыш алыу – ерҙә эшләгән кешенең хыялы, –ти  Алексей Губачев.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Архангел районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: