Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Апрель , 16:07

“Уңайлыҡтар артҡас, халыҡ та йыш килә”

Милли проект ярҙамында республикала биш йыл эсендә тиҙ төҙөлөүсе конструкцияларҙан 353 медицина объекты төҙөлдө.    

“Уңайлыҡтар артҡас, халыҡ та йыш килә”
“Уңайлыҡтар артҡас, халыҡ та йыш килә”

 Илеш районының Ҡужбаҡты ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылғандан һуң уға килеүселәр, медицина ярҙамынан файҙаланыусылар ҙа артты. Яңы модулле медицина учреждениеһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлдө.

Заманса бинала ҡабул итеү, процедура, прививка яһау, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре  урынлашҡан. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына 33 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Гөлназ Гәрәева етәкселек итә. Уның әйтеүенсә, яңы бинала эш шарттары уңайлы, кешеләр ҙә медицина тикшеренеүҙәренә ихласлыҡ менән килә.

– Медицина пунктының Тәжәй һәм Ҡужбаҡты ауылдары араһында урынлашыуы бик уңайлы. 600-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәкбеҙ. Ике ауыл халҡына ла беҙгә килеүе яйлы, – ти Гөлназ Гәрәева.

Милли проект ярҙамында республикала биш йыл эсендә тиҙ төҙөлөүсе конструкцияларҙан 353 медицина объекты төҙөлдө.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
 
 
 
 
 
“Уңайлыҡтар артҡас, халыҡ та йыш килә”
“Уңайлыҡтар артҡас, халыҡ та йыш килә”
“Уңайлыҡтар артҡас, халыҡ та йыш килә”
Автор:
Читайте нас: