Даирә
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Апрель , 10:25

Уҡыусыларға ла, ата-әсәләргә лә кәрәк

Ағиҙелдә сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре менән дөйөм ҡала йыйылыштары үтә.     

Уҡыусыларға ла, ата-әсәләргә лә кәрәк
Уҡыусыларға ла, ата-әсәләргә лә кәрәк

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһында йыл һайын туғыҙынсы һәм ун беренсе класты тамамлаусыларҙың ата-әсәләре өсөн дөйөм ҡала йыйылыштары үткәрелә.

Быйыл да ҡағиҙәнән ситләшеү булманы. Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса тәүге осрашыу 2-се мәктәптә үтте. Йыйылышта мәғариф бүлеге вәкилдәре, урта дөйөм белем биреү мәғариф программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ойоштороу һәм үткәреүҙең муниципаль координаторы сығыш яһаны. Берҙәм дәүләт имтиханына рөхсәт биреү, БДИ тапшырыуға ғариза биреү, төп осорҙағы теҙмә, һәр предмет буйынса имтихандар оҙайлылығы, аттестат алыу өсөн минималь балдар һәм юғары уҡыу йортона инеү өсөн минималь балдар, урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу, шул иҫәптән “ҡыҙыу линия” телефондары, БДИ буйынса күнекмәләр үткәреү, “Ата-әсәләр менән берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө” бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыу, имтихандарға әҙерләнгәндә психологик ярҙам кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

1-се мәктәптә 9-сы кластарҙың дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы мәсьәләләре буйынса ҡала ата-әсәләр йыйылышы уҙҙы.  Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Ирина Шурупова ата-әсәләргә төп дәүләт имтиханын уҙғарыу тәртибе, уның ваҡыты, төп дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн предметтар исемлеге менән таныштырҙы һәм имтихандар барышының мөһим мәлдәрен билдәләне. Ата-әсәләрҙе уҡыусыларҙың төп дәүләт имтиханына әҙерлеге хаҡында ла мәғлүмәт менән таныштырҙылар. Сара аҙағында педагог-психологтар имтихандарға әҙерләнгәндә балаларға психологик ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе буйынса кәңәштәр менән сығыш яһаны. Йыйылыш барышында ата-әсәләр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә һәм төплө яуап ала алды.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: