Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Апрель , 11:24

Яратҡан һөнәрҙәре бар

Башҡортостан уҡыусылары X “Абилимпикс” милли чемпионатының төбәк һайлап алыу этабында оҫталыҡтарын күрһәтте.    

Яратҡан һөнәрҙәре бар
Яратҡан һөнәрҙәре бар

Милли һөнәри оҫталыҡ чемпионатының Х төбәк этабында “Уҡыусылар” категорияһында “Ландшафт дизайны” компетенцияһы буйынса инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һайлап алыу тамамланды. Сара өҙлөкһөҙ экологик белем биреү системаһына ярҙам итеүгә һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән, был “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарының береһе булып тора.

18 ҡатнашыусы һәм уларҙың остаздары республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән килде һәм үҙ уҡыу йорттарын Лимонарийҙың уҡыу-тәжрибә хужалығы майҙансығында тәҡдим итте.

Өс сәғәт эсендә уҡыусылар өс сара модулен башҡарҙы: брусчатка һалыу, үҫемлектәр ултыртыу һәм биләмәлә бөртөклө материалдар һибеү.

Бәйгеселәрҙең эшен чемпионаттың тәжрибәле судьялары: баш эксперт, “Урман хужалығы” бүлеге мөдире – Гөлназ Ихсанова; линия эксперттары, уҡытыусылар – Эльвира Әсләмова, Алиса Ғәйнанова һәм техник эксперт, хужалыҡ бүлеге начальнигы – Азат Хисмәтов баһаланы, сараны педагог-психолог – Гүзәл Ғәниева һәм һаулыҡ һаҡлау пункты мөдире – Нурсилә Ишморатова оҙатып йөрөнө.

Чемпионат еңеүсеһе һәм призерҙары 17 апрелдә "Торатау" конгресс-холында иғлан ителде һәм бүләкләнде.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: