Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Апрель , 14:51

Йәштәр фатирлы булды

Барыһы бар - ин дә йәшә!    

Йәштәр фатирлы булды
Йәштәр фатирлы булды

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә шатлыҡлы ваҡиға үтте – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балалар тантаналы шарттарҙа тәүге фатирҙарының асҡыстарын алды.

Фатир хужаларын ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, ҡала прокуроры Дмитрий Коровкин, “Жилье Плюс” йәмғиәтенең генераль директоры Светлана Линчук һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡотлап, шатлыҡтарын уртаҡлашты. Улар йәштәргә бәхетле тормош, ғаилә йылыһы, һаулыҡ теләне.

– Һуңғы осорҙа Хөкүмәт ярҙамы менән етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн 25 фатир  алдыҡ. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тине сәләмләү һүҙендә Рөстәм Фәрит  улы.

Төҙөүсе фирма вәкилдәре йәштәр тормошондағы мөһим ваҡиғаға өлөштәрен индергәндәре өсөн шат булыуҙарын белдерҙе. Яңы фатирҙар яҡты, йәмле, бөтә уңайлыҡтар бар – ин дә йәшә!

Юлия Яруловаға 24 йәш. Фатир асҡыстарын алырға ире Артем менән килгән. “Биш йылдан ашыу үҙ фатирымды көттөм. Ул бик оҡшай. Һөнәрем буйынса мин – массажист, хәҙер эш урыным да буласаҡ”, – тип һөйөнә ҡатын.

23 йәшлек Кристина Мироненко ире һәм ике йәшлек улы Тамерлан менән килгән. Йәштәр яңы фатирҙан бик ҡәнәғәт.  

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") төп маҡсаты – граждандар тормошо өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм Рәсәй ғаиләләрен торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү өсөн мөмкинлектәр менән тәьмин итеү. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға Рәсәй ҡалаларында ҡала мөхите сифаты күрһәткестәре яҡшырырға тейеш.

Тамара Андреева фотолары.

 

 

Автор:Дина Арсланова
 
 
 
 
Йәштәр фатирлы булды
Йәштәр фатирлы булды
Йәштәр фатирлы булды
Йәштәр фатирлы булды
Автор:
Читайте нас: