Даирә
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Апрель , 12:14

Бер нәмәгә ҡарамай!

Ағиҙелдә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ГТО нормативтарын тапшыра.    

Бер нәмәгә ҡарамай!
Бер нәмәгә ҡарамай!

Рәсәй Президенты ҡарары буйынса тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты ярҙамында төбәктәрҙә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы нормативтарын үтәү популярлыҡ яулай бара. Хатта "үҙенсәлекле балалар" өсөн дә ҡаршылыҡтарһыҙ һәм сиктәрһеҙ ГТО тапшырыу ойошторолған.

Ағиҙел ҡалаһында улар ГТО нормативтарын уңышлы үтәне. Сара “Беҙ бергә!” девизы аҫтында үтте. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар – көн һайын әүҙем һәм үҙ аллы булырға ынтылып, үҙҙәренең физик сикләүҙәрен еңеп сыҡҡан ысын геройҙар. Улар физкультура дәрестәрендә һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, үҙҙәренең үҙенсәлектәренә иҫтәре китмәй.

Балалар ата-әсәләре менән бергә бәләкәй бәләкәй турникта эленеп торған килеш күтәрелеү, сәпкә тейҙереү, ҡулға таянып кәүҙәне алға эйеү, бер минут эсендә пресс яһау, ике аяғы менән урындан оҙонлоҡҡа һикереү һәм 30 метрға йүгереү кеүек күнекмәләрҙе башҡарҙы.

"Ғәҙәти ГТО комплексынан айырмалы рәүештә, инвалидтар һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тест үткәреү күп осраҡта индивидуаль рәүештә уның сәләмәтлек торошо буйынса сикләүҙәрҙе иҫәптә тотоп һайлана", – тип билдәләне Тест үткәреү үҙәге белгесе Регина Ғабдрахманова.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: