Даирә
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Апрель , 09:40

Райманға таҙа һыу килә

Туймазы районында дүрт урамда һыу үткәргес һалынды.    

Райманға таҙа һыу килә
Райманға таҙа һыу килә

Башҡортостандың Туймазы районында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты буйынса һыу үткәргесен төҙөү дауам итә. Төҙөлөш тамамланғас, Райман ауылындағы 1700 йорт хужалығы таҙа эсәр һыу алырға тейеш.

Проект өс өлөштән тора. Беренсеһе – Әгертамаҡтан Райманға тиклем диаметры 280 миллиметрлыҡ пластик торбаларҙан 11 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргес төҙөлөп бөткән. Икенсе блок Райман ҡалҡыулығына һыу бирәсәк насос станцияһын төҙөүгә ҡағыла. Тейешле документация әҙер, июлдә килтереләсәк ҡорамалға заказ бирелгән. Өсөнсө блокка Райман ауылында 46 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргес селтәрен йыһазландырыу инә. Бөгөнгө көндә улар Парк, Шыршы, Магистраль, Еңеүҙең 65 йыллығы урамдарында һалынған. Алты километр торба һалынған.

"Сентябргә тиклем Тымыҡ, Яр буйы һәм Шишмә урамдарында селтәрҙәр һалабыҙ. Бөтә эштәрҙе 15-20 сентябрҙә тамамларға ниәтләйбеҙ. Дәүләт ҡабул итеүенән һуң йорт хужалары һыу селтәрҙәренә тоташа һәм хеҙмәтләндереүсе предприятие менән килешеүҙәр төҙөй ала”, – тип билдәләне подряд ойошмаһы вәкиле, “Арстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Альберт Поляков.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Туймазы районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: