Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Апрель , 17:14

Йәш ҡотҡарыусылар үҫә

Ағиҙел уҡыусылары "Ҡотҡарыу эштәре" компетенцияһы буйынса "Профессионалдар" чемпионатында уңышлы сығыш яһаны.    

Йәш ҡотҡарыусылар үҫә
Йәш ҡотҡарыусылар үҫә

Һөнәри оҫталыҡ буйынса “Профессионалдар” чемпионатының төбәк этабы сиктәрендә “Белорет туризм үҙәге” майҙансығында 14-16 йәшлек үҫмерҙәрҙең ярыштары үтте. Ағиҙел ҡалаһы уҡыусылары “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты ярҙамында бәйгелә әүҙем ҡатнашты.

Конкурсанттар – юниорҙар "Тренажер лабиринт"та емереклектәр араһында эҙләү-ҡотҡарыу һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу, һигеҙ метр бейеклектәге "Скалодром" терәк киңлегендә бейеклеккә күтәрелеү буйынса эштәрҙе башҡарҙы, хәрби йәйелдереү менән ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте, "зыян күреүсене" йылға аша күсерҙе.

Быйыл стартҡа Ағиҙелдән, Учалынан, Дүртөйлөнән, Белореттан һәм Булгаков ауылынан биш команда сыҡты. Ағиҙел командаһы составында 2-се урта мәктәп уҡыусылары булды. Һөнәри оҫталыҡтарын әҙерләү һәм камиллаштырыу өсөн профессиональ база булмауға ҡарамаҫтан, йәштәр лайыҡлы сығыш яһаны һәм ҡалаларын яҡшы яҡтан күрһәтте. Команданы әҙерләү менән остаз-эксперт Регина Шәкүрова шөғөлләнде.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: