Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Апрель , 14:21

“Бындай шарттар хаҡында хыяллана ғына инек...”

Пациенттар хәҙер беҙгә йышыраҡ диспансерлаштырыу үтергә килергә тырыша, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты менән танышҡылары килә...    

“Бындай шарттар хаҡында хыяллана ғына инек...”
“Бындай шарттар хаҡында хыяллана ғына инек...”

“Бында бик йәмле, матур һәм уңайлы, ә иң мөһиме, тейешле ҡорамалдар бар. Пациенттар хәҙер беҙгә йышыраҡ диспансерлаштырыу үтергә килергә тырыша, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты менән танышҡылары килә,” – ти Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктының фельдшеры Римма Нәғимова.

 Фельдшерға өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә ышаныс менән ҡарай. Ул 1979 йылда иҫке бинала эш башлай. Йәш белгескә һыу артынан колонкаға йөрөргә тура килә, ҡорамалдар, препараттар өсөн һыуытҡыс  юҡ... 1986 йылда яңы медицина пункты төҙөлгәс тә, эш шарттары әллә ни үҙгәрмәй.

Шуға күрә яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуы Йүкәлекүл һәм Яңы Мөхәмәт ауылдары халҡы өсөн ҙур шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелә. “Бында ҡайнар һәм һалҡын һыу ҙа, канализация ла, процедура-прививка кабинеттары ла, хатта гардероб та бар.Беҙ бындай эш шарттары тураһында хыяллана ғына инек!” – ти фельдшер.

 ФАП 500 кешене хеҙмәтләндерә. Медицина пунктын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырҙылар. Рима Зәки ҡыҙы хәҙер”Промед” мәғлүмәт системаһындағы  яңы ноутбукта эшләй, һанлы электрокардиографты үҙләштерә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: