Даирә
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Апрель , 13:35

Социаль такси инәйҙәргә оҡшаны

Социаль такси булдырыу менән оло йәштәгеләргә уңайлы шарттарҙа тикшереү үтергә, дауаланырға мөмкинлек булдырылды.    

Социаль такси инәйҙәргә оҡшаны
Социаль такси инәйҙәргә оҡшаны

Көйөргәҙе районының алыҫ тораҡтарынан өлкәндәрҙе Күмертау ҡалаһына илтеү өсөн социаль такси эшләй, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Был эш “Демография “ милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Өлкәндәр тар белгестәрҙә тикшереү үтә һәм консультациялар ала.

Был бурыс социаль белгестәр һәм фельдшерҙар менән берлектә башҡарыла. Өлкән фельдшер граждандарҙы илтеү буйынса план төҙөй, ә ФАП фельдшеры белгестәргә ҡабул итеүгә исемлек әҙерләй.

Махсус транспортта өлкәндәрҙе дауаханаға илтеү ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ тикшереүҙәр үтергә, консультациялар алырға ярҙам итә.

– Социаль такси булдырыу менән оло йәштәгеләргә уңайлы шарттарҙа тикшереү үтергә, дауаланырға мөмкинлек булдырылды. Диспансерлаштырыу үтергә, тар белгестәргә күренергә мөмкин. Шаршамбыла сәғәт 9-ҙан сиратһыҙ белгестәргә күренергә була, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Григорий Маркелов.  

“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген һәм именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙың комплекслы системаһын барлыҡҡа килтереүгә йүнәлтелгән. Программаның бер өлөшө – өлкәндәр өсөн медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Уға вакцинация, иҫкәртеү тикшереүҙәре, диспансер күҙәтеүе, йығылыуҙарҙы һәм имгәнеүҙәрҙе иҫкәртеү кеүек саралар инә. Комплекслы медицина ярҙамы сәләмәтлекте һаҡлауҙан тыш, өлкәндәрҙең илдең иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереүенә булышасаҡ.

Программа медицина аспекттары менән генә сикләнмәй, уға әүҙем оҙайлы ғүмерҙе дәртләндереү, гериатрия хеҙмәттәрен һәм бүлексәләрен ойоштороу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау кеүек бурыстар ҙа инә.

“Демография” милли проектының  “Өлкән быуын” федераль  проектына ярашлы, ололарҙың  тормош сифатын яҡшыртыу , социаль яҡлау буйынса ҙур бурыстар тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында  өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген  һәм сифатын арттырыу   ҡаралған.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: