Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Апрель , 11:07

Ҡолаҡ, танау һәм тамаҡты дауалаясаҡтар

Тармаҡҡа криотерапия ысулдары, ультратауыш һәм лазер менән дауалау индерелә.    

Ҡолаҡ, танау һәм тамаҡты дауалаясаҡтар
Ҡолаҡ, танау һәм тамаҡты дауалаясаҡтар

2024 йылдың ғинуар айынан мартҡа тиклем элек теркәлгән 293 ойошмаға оториноларингология буйынса эшмәкәрлеккә тағы биш ойошма өҫтәлде, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

–Медицинаның был тармағы һуңғы ваҡытта әүҙем үҫешә, төрлө кимәлдәге әмәлиәттәр үткәрелә. Криотерапия ысулдары, ультратауыш һәм лазер менән дауалау индерелә. Бынан тыш, өҫкө тын алыу юлдарында шешеү процесын асыҡлау дәрәжәһен билдәләүҙең яңы ысулдары әҙерләнә, – тине министрлыҡтың лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Һаулыҡ һаҡлау эшенә заманса тәьҫирле иҫкәртеү, диагностика һәм дауалау ысулдарын индереү танау, ҡолаҡ һәм тамаҡ сирҙәрен кәметеүгә булышасаҡ.Медицина эшмәкәрлегенә лицензияларҙы тиҙерәк алыуға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә,  тулы мәғлүмәт биреп бара. Әлеге көндә медицина эшмәкәрлегенә лицензияларҙы тәүге тапҡыр рәсмиләштереү өсөн 15 көн кәрәк, ҡабаттан алыу өсөн ни бары – 10 көн.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.  

Автор:Дина Арсланова
 
 
Автор:
Читайте нас: