Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Апрель , 09:53

Милли проекттарҙың файҙаһы ҙур

Йәнә бер компания һаҡсыл производство индерә.    

Милли проекттарҙың файҙаһы ҙур
Милли проекттарҙың файҙаһы ҙур

“Өфө торба компанияһы” “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”)  ҡушылды һәм үҙенең эш процесына һаҡсыл технологиялар индереүҙе  планлаштыра, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.

 -Компания төбәктә милли проектағы 167-се ҡатнашыусы булды. Предприятие хеҙмәткәрҙәрен төбәктең компетенциялар үҙәге белгестәре ярҙамында ҙур эш көтә. Проект ҡатнашыусыларға үҙҙәренең производство эшмәкәрлегенә  яңы перспективанан ҡарарға, үҫеш өсөн потенциалды асыҡларға  мөмкинлек бирә, - ти Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Үҙәктең эксперттары предприятиеның эшсе төркөмөн уҡытыуға тотондо. Ярты йыл дауамында уларға артыҡ запасты кәметеү, заказдарҙы үтәүҙе ҡулайлаштырыу, хеҙмәткәрҙәрҙең эш урындарын яҡшыртыу бурысы тора.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бизнесҡа ярҙамға саралар комплексы булдырылған, шул иҫәптән финанс яҡтан дәртләндереү һәм эксперттар консультациялары. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

 Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:
Читайте нас: