Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Апрель , 09:52

Ботаника баҡсаһы - ҡыҙыҡлы проект

Ишембай районы уҡыусылары өсөн Балалар ботаника баҡсаһы эшләйәсәк.     

Ботаника баҡсаһы - ҡыҙыҡлы проект
Ботаника баҡсаһы - ҡыҙыҡлы проект

Ишембай ҡалаһы Балалар экология-биология үҙәгенең экологик станцияһында “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә Балалар ботаника баҡсаһы ойошторолдо. Ул Ишембай районының Тимашевка ауылы мәктәбендә эшләйәсәк.

Рәсәйҙең ботаника баҡсалары – балаларға өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереү, тәбиғи һәм культуралы флора үҫемлектәре генофондын һаҡлау, өйрәнеү һәм байыҡтырыу, үҫемлек ресурстарын рациональ файҙаланыу, ботаника өлкәһендә белем биреү һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау маҡсатында Рәсәй Мәғариф министрлығының федераль өҫтәмә белем биреү үҙәге тарафынан тормошҡа ашырылған проект. Балалар ботаника баҡсаһы – ул балаларға өҫтәмә белем биреүҙең бөтә йүнәлештәре программаларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә алған сифатлы яңы белем биреү инфраструктураһы форматы. 

Баҡса төҙөү тикшеренеү эштәрен яҙыу өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ. Шулай уҡ төбәктең һәм илдең башҡа ботаника баҡсалары менән тикшеренеү һөҙөмтәләре менән алмашырға мөмкин, был эштең һөҙөмтәлелеген һәм яҙыу процесын еңеләйтәсәк.

"Балалар ботаника баҡсалары селтәре балаларҙа экологик фекерләүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бында улар тәбиғәтте һаҡлауҙың мөһимлеге, кешенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо һәм уны һаҡлау өсөн ниндәй саралар күрергә мөмкин булыуы тураһында беләсәк. Балалар үҫемлектәр донъяһын ҡәҙерләргә һәм һаҡларға өйрәнә, шулай уҡ киләсәге өсөн үҙҙәренең яуаплылығын аңлай”, – тине Ишембай ҡала балалар экология-биология үҙәгенең балалар ботаника баҡсаһы етәксеһе Лилиә Зиамбетова.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: