Даирә
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель , 11:58

Матур кәйеф бүләк иттеләр

Саҡмағош районының Сыйрышбаш ауыл мәҙәниәт йортонда “Ғаилә – бәхет утрауы” байрам концерты үтте.    

Матур кәйеф бүләк иттеләр
Матур кәйеф бүләк иттеләр

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Туҙлыҡыуыш ауыл биләмәһенең үҙешмәкәр артистары Сыйрышбаш ауылы халҡын “Ғаилә – бәхет утрауы” байрам концерты менән ҡыуандырҙы.

Ғаилә – ул йәмғиәттең нигеҙе. Именлек, ғаилә ҡәлғәһе, ғаилә-никах мөнәсәбәттәренең тотороҡлолоғо дәүләт сәскә атыуының ысын билдәһе булып тора. Тап ғаилә, ата-әсәләргә ихтирам, ғаилә һөйөүе, балалар хаҡында хәстәрлек күреү беҙҙең барыбыҙға ла яҡланғанлыҡ тойғоһо, үҫешеү, һөнәри эшмәкәрлектә, хеҙмәттә һәм йәмәғәт тормошонда уңышҡа өлгәшеү теләге бирә.

Концертта Туҙлыҡыуыш моделле Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары һәм солистары, Ҡарайерек һәм Сыйрышбаш ауыл Мәҙәниәт йорттары башҡарыуында бик күп моңло йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр тәҡдим ителде. Тамашасылар алдында яҙғы кәйеф мөхите, тамашасыларҙың йылмайыуы һәм шатлығы яңғыраны.

“Байрам сараһы ғаилә уставының иң яҡшы ҡанундары буйынса йәшәү: никах ептәрен хөрмәт итеү, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр, өләсәйҙәр һәм олатайҙар хаҡында хәстәрлек күреү мөһимлеген иҫкә төшөрөү өсөн яҡшы сәбәп булды.  Ғаилә һәм мөхәббәт тураһында матур шиғырҙар һәм ҡотлауҙар бөтә сара дауамында яңғыраны. Байрам бөтә тамашасыларға шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итте”, - тине Туҙлыҡыуыш моделле Мәҙәниәт йорто мөдире Гөлфиә Потапова.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

 

Автор:
Читайте нас: