Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ышаныслы заманса ҡорамал алынды

Уның хәүефһеҙлеге халыҡ-ара стандарттарға ярашлы сертификатланған.    

Ышаныслы заманса ҡорамал алынды
Ышаныслы заманса ҡорамал алынды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Өфө ҡалаһының Дим клиник дауаханаһына яңы ультратауыш диагностика системаһы алынды.

Ул алдынғы визуализация технологияларына эйә. Табип юғары сифатлы һүрәт ала.

“Ультратауыш диагностикаһы донъяла 30 йылдан ашыу инде файҙаланыла. Ошо ваҡыт эсендә ул ныҡ алға китте. Уның хәүефһеҙлеге халыҡ-ара стандарттарға ярашлы сертификатланған. Заманса ҡорамал заман менән бергә атларға ярҙам итә”, – тип билдәләне  ультратауыш диагностикаһы табибы Айгөл Хәмәтшина.

Биш йыл эсендә милли проект буйынса Башҡортостанға 10 меңдән ашыу медицина ҡорамалы алынды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:
Читайте нас: