Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балалар ҙа көтә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы ауылында оҙаҡламай дауахананың йоғошло ауырыуҙар корпусы урынында балалар поликлиникаһы асыласаҡ.

Балалар ҙа көтә
Балалар ҙа көтә

Әле йоғошло ауырыуҙар корпусын диагностика бүлексәһе менән бергә үҙгәртеп ҡороу буйынса күләмле эш бара.Үҙгәртеп ҡорғандан һуң ул балалар поликлиникаһы булып хеҙмәт итәсәк. Сменаһына 150 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән учреждение райондың бөтә балаларына медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Эске биҙәкләү эштәре тамамланған, әле ҡорамалдар менән йыһазландырыу мәшәҡәттәре бара. Шулай уҡ медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыу өсөн документтар әҙерләнә.

“Заманса медицина ҡорамалдарын урынлаштырыу менән балалар юғары сифатлы медицина ярҙамынан файҙалана аласаҡ. Бәләкәйҙәр өсөн инструменталь диагностика үткәреү ҙә мөмкин буласаҡ”, – тине Ҡырмыҫҡалы үҙәк  район дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: https://vk.com/karmaskalycrb

Автор:Дина Арсланова
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: