Даирә
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Файҙаланыуҙа уңайлы һәм ышаныслы

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы район дауаханаһына һанлы маммограф алынды.  

Файҙаланыуҙа уңайлы һәм ышаныслы
Файҙаланыуҙа уңайлы һәм ышаныслы

Ҡорамал поликлиниканың беренсе ҡатында урынлаштырылған, бинаға ремонт эшләнгән. Хәҙерге ваҡытта маммограф файҙаланыуға индерелгән.

Маммография – һөт биҙҙәрен аҙ дозалағы рентген нуры менән тикшереү. Яңы техника дөйөм скрининг үткәреү өсөн уңайлы, файҙаланыуҙа ышаныслы һәм һүрәттәрҙең аныҡлығын тәьмин итә. Рентген нурының тәьҫире аҙ булғас, сәләмәтлеккә зыяны юҡ.

Аппарат өс үлсәмле томография функцияһы менән йыһазландырылған. Шуға күрә организмдағы үҙгәрештәрҙе теүәл билдәләргә ярҙам итә. Өҫтәүенә диагностик процедура  һөт биҙе туҡымаһы өлгөһөн  алып, үҙгәрештәрҙе төплөрәк асыҡларға булыша.

– Аппарат юғары етештереүсәнле, аҙ нурланышлы, файҙаланыуҙа ябай.  Урынлаштырыу өсөн ҙур майҙан талап итмәй, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Азамат Ғәлиев.  

Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: