Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Биш йылда – 10 меңдән ашыу ҡорамал

2023 йылда республикала көтөлгән ғүмер оҙайлылығы 73,2 йылға етте.    

Биш йылда – 10 меңдән ашыу ҡорамал
Биш йылда – 10 меңдән ашыу ҡорамал

Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала һуңғы биш йылда 10 меңдән ашыу медицина ҡорамалы алынған. Ошо ваҡыт эсендә милли проект һөҙөмтәһендә һигеҙ поликлиника, бер район дауаханаһы, ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, 37 капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Бынан тыш, тиҙ төҙөлөүсе модулле конструкцияларҙан 353 ауыл һаулыҡ һаҡлау объекттары урынлаштырылды.  

–Беҙҙең өсөн төп бурыс – халыҡтың һәм сабыйҙар үлемен кәметеү. 2023 йылда республикала көтөлгән ғүмер оҙайлылығы 73,2 йылға етте. Шулай уҡ сабыйҙар үлеме күрһәткесе һиҙелерлек кәмене. Юғары күрһәткестәргә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Яңы заманса ҡорамалдар сирҙе ваҡытында диагностикаларға һәм дауалау башларға ярҙам итә, – тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Дауаханалар һәм поликлиникалар автопаркы киңәйҙе. Пациенттарҙы дауалау учреждениеларына илтеү һәм табиптарҙы ауырыуҙарға алып барыу өсөн 352 берәмек автомобиль транспорты алынған. Санитар авиация ярҙамында  ауыр хәлдәге 624 пациент эвакуацияланған.

– Санитар авиация ярҙамы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә  белгестәрҙе пациент эргәһенә илтә. Был бигерәк тә  патологиялы йөклө ҡатындарҙы, сабыйҙарҙы, инсульт йәки инфаркт кисергән ауырыуҙарҙы, юл-транспорт ваҡиғаларында яраланған кешеләрҙе тиҙ илтеү өсөн мөһим, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санитар авиация буйынса штаттан тыш баш белгесе Феликс Саҡаев.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: