Ошо йомғаҡтар “Юл инфраструктураһы өлкәһендәге контроль һәм эште планлаштырыу системаһы” программаһы ярҙамында яһалды. Уны юлдағы соҡорҙар һәм тигеҙһеҙ урындарҙы һанлаштырыу аша билдәләү өсөн ҡулланалар.
“Йыл башынан беҙ юлдарҙағы 118 154 етешһеҙ урынды тикшерҙек, һанлаштырҙыҡ һәм яманыҡ. Республика юлдарында йыл һайын 100 меңдән ашыу кәмселек бөтөрөлә. Соҡорҙарҙы ямау йыл әйләнәһенә бара. Ҡыш көндәре юл хәрәкәте өсөн хәүеф тыуҙырған авариялы соҡорҙар бөтөрөлһә, йәй һәм көҙ был соҡорҙарҙы улар күренә башлау менән ямайҙар”, – ти министр Александр Клебанов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда юлдарҙы тәртипкә килтереүгә ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) биргән мөмкинлектәр ҙә ярҙам итә.
Фото: “Башинформ”.