“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса Учалы районы хакимиәтендә сираттағы муниципаль “эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте.
Унда урындағы эшҡыуар Дмитрий Медведевтың экологик яҡтан таҙа үләндәр йыйып, Иван-сәй, арзан хаҡ сегментында емеш-еләк сәйҙәрен етештереү һәм һатыу буйынса мәсьәлә ҡаралды. Үләндәр йыйыу һәм сәй етештереү эшен 2024 йылдың апреленән Учалы районы биләмәһендә башлау планлаштырыла. Проект буйынса планлаштырылған инвестициялар күләме 3 миллион һум тәшкил итә.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” һөҙөмтәләре буйынса эшҡыуарға проектты тормошҡа ашырыуҙа мәғлүмәти оҙатыу күрһәтеү, “Учалы районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү” муниципаль программаһы сиктәрендә финанстар биреүгә конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу менән бәйле проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ проект инициаторына “Минең бизнесым” үҙәгенә эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн бренд булдырыу һәм сайт әҙерләү буйынса хеҙмәтте һорап мөрәжәғәт итергә тәҡдим иттеләр.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, шулай уҡ үҙ эшен асырға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Яҙылыу Башҡортостандың Инвестиция порталында https://investrb.ru/ru/ (“Инвестиция сәғәте. Ғариза бирергә” бүлеге) алып барыла.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Учалы районы хакимиәте.