Даирә
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Февраль , 09:49

Дим Мөғинов – ысын герой

Асҡын районының Өршәҙе ауылында Дим Мөғиновтың хәтер кисәһе үтте.     

Дим Мөғинов – ысын герой
Дим Мөғинов – ысын герой

Асҡын районының Өршәҙе ауылында, "Мәғариф" милли проектының "Патриотик тәрбиә" федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Дим Мөғиновтың иҫтәлегенә арналған сара үткәрҙеләр.

Кисәлә уҡытыусылар уның хаҡында үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уҡыусылар батырлыҡ һәм ныҡлыҡ, илһөйәрлек һәм Тыуған илгә һөйөү тураһында шиғырҙар уҡыны. Сарала ҡатнашыусылар Дим Мөғиновты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды һәм был көндө мәктәп бинаһынан Өршәҙе ауылы мәҙәниәт йорто эргәһендә урынлашҡан мемориалға күсерелгән мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды.

Дим Мөғинов 1999 йылдың декабрендә Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

– Беҙ тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ. Сөнки был бөйөк ҡорбандар һәм фажиғә генә түгел, ә ҡаһарманлыҡ, еңеүҙәр тарихы ла. Бөгөн беҙ Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ҡыйыу яугирҙе иҫкә алабыҙ. Уға 19 ғына йәш ине. Дим Мөғинов – ысын герой. Ул батырлыҡ һәм ысын илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтте, үҙенең гражданлыҡ һәм хәрби бурысын намыҫ менән һәм аҙағынаса үтәне. Ул һәр ваҡыт барыһы өсөн дә сағыу өлгө булды һәм булып ҡаласаҡ, – тип билдәләне ауыл мәҙәниәт йорто методисы Альбина Насирова.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Асҡын районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас в