Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
24 Ғинуар 2024, 04:32

Ветеринария лабораториялары субсидия ала

Башҡортостанда өс ветеринар лабораторияһына аккредитация алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплағандар.

Ветеринария лабораториялары субсидия алаВетеринария лабораториялары субсидия ала
Ветеринария лабораториялары субсидия ала

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)  ярашлы, Башҡортостанда өс ветеринария лабораторияһына аккредитация алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплағандар.

Субсидияның дөйөм күләме 2023 йылда 11,45 миллион һум тәшкил итте, был алдағы йылдан ике тапҡырға күберәк.  Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһының Мәләүез филиалына – 10,4 миллион, Шишмә һәм Ауырғазы район ветстанцияларына берешәр миллион һум бирелде.

“Беҙҙең төбәк электән күп төрҙәге продукцияны экспортлай, 2023 йылда беҙ 44 илгә 314 миллион долларлыҡ продукция оҙаттыҡ. Лабораториялар предприятиеларға был продукцияны юғары кимәлдә сертификатларға ярҙам итә. Бының өсөн уларҙы ваҡытында яңыртып торорға кәрәк. Дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә алдағы өс йылда туғыҙ объектты модернизацияларға һәм предприятиелар өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтергә ниәтләйбеҙ”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Фото: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас