Даирә
+28 °С
Болотло
Милли проекттар
16 Ғинуар 2024, 11:35

Милли проект ҡатнашыусылары корпоратив үҙәктәр төҙөй ала

Ғаризаны 20 мартҡа тиклем бирергә кәрәк.    

Милли проект ҡатнашыусылары корпоратив үҙәктәр төҙөй алаМилли проект ҡатнашыусылары корпоратив үҙәктәр төҙөй ала
Милли проект ҡатнашыусылары корпоратив үҙәктәр төҙөй ала

20 мартҡа тиклем «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусы компаниялар корпоратив йылдам әҙерлек үҙәген булдырыуға ғариза бирә ала. Һайлап алыуҙы Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә Һәләттәрҙе һәм һөнәрҙәрҙе үҫтереү агентлығы уҙғара. Был хаҡта БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итте.

Ярты йыл дауамында агентлыҡ эксперттары конкурс буйынса һайлап алыуҙа еңеү яулаған предприятиеларҙа эшләйәсәк. Компанияларҙың һорауы буйынса һөнәрҙәрҙең корпоратив стандарттарын әҙерләү, эш урындарына аудит үткәреү, хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын камиллаштырыу программаһын булдырыу ҡаралған. Компетенциялар был эште үҙ аллы алып барасаҡ предприятиеның эшсе төркөмөнә тапшырыласаҡ.

Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың 20 мартына тиклем https://kcop.worldskills.ru/register сайтында ғариза бирергә кәрәк. Февраль дауамында унда ҡатнашыусылар өсөн конкурс тәртибе һәм этаптары тураһында брифингтар үтәсәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22741/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас