Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
15 Ғинуар 2024, 09:28

Уҡыуҙар файҙаға ғына

“Техномаш” хеҙмәткәрҙәрен уҡыта    

Уҡыуҙар файҙаға ғынаУҡыуҙар файҙаға ғына
Уҡыуҙар файҙаға ғына

Төтөнлөк ҡорамалдары етештереүсе “Техномаш” компанияһы хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл технологияларға уҡыуҙың тәүге өлөшөн үтте. Был саралар “ Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда” ) сиктәрендә башҡарылды. Был турала Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.

Төбәктең компетенциялар үҙәге тренерҙары хеҙмәткәрҙәрҙе һөҙөмтәлелекте күтәреү миҫалдары менән таныштырҙы. Улар һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса уҡыуҙар үтте.

-Диагностика этабына күскәнсе базалы уҡыуҙы үтеү мөһим. Уҡыу барышында предприятие хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл етештереүҙең предприятиеға финанс күрһәткестәрҙе, шарттарҙы  яҡшыртыуға йоғонто яһауын күрҙе, - тине республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Пуиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото:”Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас