Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
2 Ғинуар 2024, 17:29

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн

Ял итеү мөмкинлектәре киңәйә.    

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөнХалыҡҡа уңайлы булһын өсөн
Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн

Ағиҙел ҡалаһында Сәскәле бульварынан алып Еңеү мемориалына тиклемге биләмәлә урынлашҡан сквер  “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект "Жилье и городская среда")  төҙөкләндерелде. Был турала ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хәбәр итә.

Төҙөкләндерелгән биләмәлә тротуар һәм клумбалар яңыртылған, заманса эскәмйәләр, урналар ҡуйылған. Белгестәр тышҡы яҡтыртыу ҡорамалдарын заманса диодлыға алмаштырған. Видеокүҙәтеү системаһы ла  көйләгән. Йәйен “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында биләмә йәшелләндерелгән, ағастар, ҡыуаҡтар ултыртылған.

Матур төҫ алған сквер Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе халыҡты йәлеп итеп торған урынға әүерелгән. Ҡалала  шулай уҡ Апаиш йылғаһы яры ла яңыртыла. Ҡалала урынлашҡан “Иҙел” мәҙәниәт йортон төҙөү ҙә әле алып барылған  ҙур эштәрҙең береһе.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреү. Шулай уҡ милли проект граждандарҙы үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләндереү буйынса һорауҙарҙы хәл итеүгә әүҙем рәүештә йәлеп итеүҙе лә күҙаллай. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: ”Башинформ”.

Автор:
Читайте нас