

Хәйбулла районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте. Унда ике инвестиция проекты ҡаралды.
Рита Юлдашбаева фермер продукцияһын ташыу менән шөғөлләнергә ниәтләй. Бының өсөн уға махсус техника һатып алырға кәрәк. Әлеге ваҡытта ул агросәнәғәт комплексы программаһы буйынса финанс ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыуға документтар тапшырҙы.
Күп йыллыҡ эш тәжрибәһе булған ашнаҡсы Фәриҙә Төлкөбаева яңыраҡ ҡына үҙенең бизнесын башлаған һәм “Әлиә” кафеһын ҡуртымға алған. Ул киләсәктә кафе өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Осрашыу барышында комиссия уға төп средстволар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау буйынса муниципаль программа сиктәрендә финанс ярҙамы алыуға документтар тапшырырға кәңәш итте.
Әгәр һеҙ үҙ проектығыҙҙы Хәйбулла районы биләмәһендә тормошҡа ашырырға йәки ғәмәлдәгеһен киңәйтергә теләйһегеҙ икән, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғариза ҡалдырығыҙ. Быны https://investrb.ru/ru/business/business_support/busi һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында эшләргә була йәки алдан: (34758) 2-12-35, 2-18-99, 893732040 телефондары буйынса яҙылырға мөмкин
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.