Даирә
+24 °С
Дождь
Милли проекттар
19 Декабря 2023, 09:24

Һандар быйыл да ҡыуандыра

11 айҙа республикала 2,79 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.     

Һандар быйыл да ҡыуандыраҺандар быйыл да ҡыуандыра
Һандар быйыл да ҡыуандыра

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2023 йылдың ғинуар-ноябрендә 2,79 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4 процентҡа күберәк. Быйыл ноябрҙә төбәктә 188,2 мең квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән.

– Бөгөнгө көнгә бер нисә федераль программа, шул иҫәптән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған инженер инфраструктураһы объекттары беҙгә быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индереү күләме кимәленә сығырға мөмкинлек бирәсәк. Был киләһе йылдарға торлаҡ төҙөлөшө перспективаларын асасаҡ, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Ғинуар-ноябрь айҙарында республика халҡы дөйөм майҙаны 1,84 миллион квадрат метрлыҡ йорт һалған (2022 йылдың ғинуар-ноябренә ҡарағанда 1 процентҡа күберәк). Был дөйөм майҙандың 65,9 проценты.

“Дөйөм алғанда 11 ай йомғаҡтары буйынса республиканың төҙөлөш комплексы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Беҙҙең бурыс – йылды уҙған йыл кимәленән кәм булмаған күрһәткестәр менән тамамлау”, - тип билдәләне БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, торлаҡты сафҡа индереү күрһәткесе буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында 8-се, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 2-се урынды биләй.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 
 
Автор:
Читайте нас