

“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә 9 декабрҙә Мәскәүҙә “Чертаново” спорт комплексында үҫмерҙәр араһында самбоның 85 йыллығына арналған хәрби самбо буйынса (WCSF) Донъя беренселеге һәм кубогы уҙҙы. Ярыштарҙа Рәсәйҙән, Әрмәнстандан, Үзбәкстандан, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан һәм Азербайжандан 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһынан “Көмбәҙ” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре лә бар ине.
Ярыштарҙа ҡатнашыусылар шул тиклем күп булды, улар иртә таңдан алып кискә тиклем дауам итте. Һәр спортсы үҙенең ауырлыҡ категорияһында ҡатнашты. Бер нисә номинация булды: хәрби самбо, куртка менән һәм курткаһыҙ көрәш.
Рәсәй һәм яҡын сит ил спортсылары яғынан юғары конкуренция булыуға ҡарамаҫтан Дәүләкән көрәшселәре почет пьедесталына күтәрелә алды.
Өс йәш армеецтан торған “Көмбәҙ” командаһы "Курткаларҙа алыш" бүлегендәге ярыштарҙа ҡатнашты һәм ике беренсе урын һәм бер икенсе урын яуланы. Ике курсант-юнармейец донъя чемпионы булды. Йәш спортсыларҙың тренеры Андрей Дитрих.
Билдәле булыуынса, “Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.