Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
30 Ноябрь 2023, 05:05

Етештереү 1,8 тапҡырға артҡан

Нефть газ промыслаһы заводы үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр асыла    

Етештереү 1,8 тапҡырға артҡанЕтештереү 1,8 тапҡырға артҡан
Етештереү 1,8 тапҡырға артҡан

 “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының ярты йылға һөҙөмтәләре барланды. Проектта ҡатнашыу һөҙөмтәһе буйынса предприятие пилот участкаһында етештереүҙе 1,8 процентҡа арттырған, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.

- Предприятиеға милли проект сараларын уңышлы тормошҡа ашырыу тураһында сертификат тапшырылды. Шулай уҡ остазлыҡты үҫтереү, “Етештереү лидерҙары” программаһы буйынса уҡытыу кеүек проекттағы өҫтәмә мөмкинлектәр аңлатылды, - тип һөйләне Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Завод милли проектҡа быйыл май айында инде, эшсе төркөмө составында предприятиеның 15 хеҙмәткәре бар. Тәүге этапта проект командаһы ун программа буйынса уҡыу үткән. “Нефтехимия тәжрибә заводы” ның генераль директоры Александр Адаменко билдәләүенсә, яҡшырыу яғына процесты туҡтауһыҙ дауам итергә мөмкин, көндән көн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Шулай уҡ предприятиела һаҡсыл производствоға хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтәсәк өс инструктор әҙерләнгән.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда” ) илдә хеҙмәт етешетереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ бизнесҡа ярҙамға саралар комплексы ла булдырылған. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостандың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәктең компетенциялар үҙәге.

Автор:
Читайте нас