

Белорет районының Тирлән ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү тамамлана. Объект “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты ярҙамында төҙөлә.
Социаль учреждениены 2021 йылдың апрелендә төҙөй башлағандар. Проектҡа ярашлы, яңы бинала Тирлән ауыл мәҙәниәт йортонан тыш өлкәндәр һәм балалар китапханаһы, балалар сәнғәт мәктәбе урынлашасаҡ. Бынан тыш 300 урынлыҡ кафетерийы булған тамаша залы, компьютер студияһы, балалар уйын бүлмәһе, тренажер залы һәм тауыш яҙҙырыу студияһы буласаҡ.
Яңы бина тулыһынса заманса һаҡлау системаһы менән ҡорамалландырыла. Хеҙмәткәрҙәр һәм килеүселәр өсөн мәҙәни үҙәк биләмәһендә автотуҡталҡа һәм балалар уйын майҙансығы эшләйәсәк.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, яңы үҙәк уларға уңайлы шарттарҙа байрам саралары үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. Улар объекттың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
– Яңы үҙәк асылыуы беҙҙең өсөн тулҡынландырғыс ваҡиға. Республика һәм район конкурстарын бында үткәрерҙәр тип ышанабыҙ, – ти ауыл кешеләре.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Белорет районы хакимиәте.