Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
10 Ноябрь 2023, 15:41

Быйыл тәүге тамаша ҡуйыласаҡ

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры оҙаҡламай әҙер була.    

Быйыл тәүге тамаша ҡуйыласаҡБыйыл тәүге тамаша ҡуйыласаҡ
Быйыл тәүге тамаша ҡуйыласаҡ

Өфөлә “Мәҙәниәт” милли проекты һәм баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнеү сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын төҙөкләндереү дауам итә. Эштәр яҡын-тирәләге биләмәгә лә ҡағыла – бында “Әкиәт аллеяһы” төҙөлә. Театр янында ысын мәғәнәһендә асыҡ һауа аҫтындағы музей булдырыла. Унда ЮНЕСКО реестрына индерелгән Рәсәйҙең 12 ҙур объекты һәм Башҡортостандың дүрт тәбиғәт ҡомартҡыһы миниатюраһын урынлаштырырға планлаштыралар.

Мәҫәлән, күптән түгел генә бында “Ирәкташ” – Көньяҡ Уралдағы тау күсермәһе ҡуйылды. Ул Белорет районында Оло Инйәр менән Тирлән йылғалары араһында урынлашҡан. Уның иң үҙенсәлекле урыны – тештәр йәки ҡая циркы. Шулай уҡ “Торахан кәшәнәһе” һәм “Шүлгәнташ” мәмерйәһе әҙер. Яңы әкиәт һарайы төҙөлөп бөтөп килә.

Ҡурсаҡ театры үҙе танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Иҫке фасад алдына төҙөүселәр яңыһын эшләп ҡуйҙы һәм шуның менән файҙалы майҙанды ҙурайтты. Төкәтмәлә витражлы быялалы кафе һәм ҡунаҡтар өсөн холл буласаҡ. Шулай уҡ архитекторҙар иҫке биналағы совет мозаикаһын да һаҡлап ҡалдырған.

– Бөгөнгә төҙөкләндереү 100 процентҡа үтәлде. Тротуар плитәһе, амфитеатр плитәһе түшәлде, эскәмйәләр ҡуйылды, яҡтылыҡ эшләнде, газон, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылды. Оҙаҡламай колоннада ҡуйылып бөтәсәк һәм эске биҙәү эштәре тамамланасаҡ, – тине участка начальнигы Наил Хазбуллин.

Яңыртылған театрҙа беренсе тамаша быйыл декабрҙең тәүге яртыһында ҡуйыласаҡ.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:
Читайте нас