

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә, мәктәп уҡыусыларының хоҡуҡ ғилемен арттырыу һәм законға ихтирам булдырыу, үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе иҫкәртеү, суд системаһы эше менән таныштырыу маҡсаттарында 8 класс уҡыусылары класс етәксеһе һәм директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе менән берлектә Саҡмағош район-ара судында булған.
Уҡыусылар өсөн суд бинаһы буйлап экскурсия үткәргәндәр, суд ултырыштары залдарын, судья ярҙамсылары кабинеттарын күрһәткәндәр, суд ултырышы ваҡытында унда ҡатнашыусыларҙың ҡайһы бүлмәлә булыуы тураһында һөйләгәндәр. Шулай уҡ балалар суд бинаһына гражандарҙы индереү эшен алып барған суд приставтары посында, экспедиция һәм апелляция инстанцияһы канцелярияһында булған. Сур рәйесе Рөстәм Биктаһиров уҡыусыларға канцелярия эшмәкәрлеге, енәйәт эшенең судҡа килеп етеүенән алып суд ҡарарын хәл иткәнгә тиклем нисек хәрәкәт итеүе тәртибе тураһында һөйләгән.
“Экскурсия балаларға бик оҡшаны, ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте, бик күп тәьҫораттар ҡалды”, – ти директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Гөлнур Яхина.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.