Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
26 Октябрь 2023, 04:56

Студенттар бизнесҡа өйрәнә

Сарала ҡатнашыусыларға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алыу барыуҙың нигеҙҙәре, йәш эшҡыуарҙар өсөн булған дәүләт ярҙамы төрҙәре тураһында һөйләнеләр.

Студенттар бизнесҡа өйрәнәСтуденттар бизнесҡа өйрәнә
Студенттар бизнесҡа өйрәнә

Башҡортостан дәүләт аграр университетының икенсе курсында уҡыған студенттарға республиканың йәш эшҡыуарҙары өсөн “Бизнес алға китеш” трекингы программаһы сиктәрендә уҡытыу үткәрелде. Сара “Мәғариф” милли проектының маҡсаттары һәм бурыстарына тап килә.

– Сарала ҡатнашыусыларға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алыу барыуҙың нигеҙҙәре, йәш эшҡыуарҙар өсөн булған дәүләт ярҙамы төрҙәре, шулай уҡ бизнес менән шөғөлләнә башларға ярҙам иткән йәштәр ойошмалары тураһында һөйләнеләр, – тине республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса эш төркөмө етәксеһе Эльвир Нафиҡов.

Шуныһын билдәләргә кәрәк, бындай уҡыуҙар йәш быуынға бизнес-идеяларын юғарыраҡ сифатлы кимәлдә тормошҡа ашырырға һәм республиканың иҡтисади үҫешенә өлөш индереү мөмкинлеге бирә.

Программа Федераль йәштәр эштәре буйынса агентлыҡ ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә уҡыу үтеү тураһындағы мәғлүмәт https://clck.ru/36BoSB төркөмөндә урынлаштырыласаҡ.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.

 

 

Автор:
Читайте нас