

Иглин районында “БумБатл” макулатура йыйыу буйынса бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. Сара “Экология” проектын тормошҡа ашырыу барышында уҙғарыла.
Акцияның төп маҡсаты – артыҡ ҡағыҙ ҡулланыуҙы кәметеү һәм уны эшкәртеү системаһын төҙөү, үҫеп килгән быуында, йәштәрҙә һәм илдең бөтә халҡында экологик мәҙәниәтте формалаштырыу. Былтыр акцияла райондың бөтә ойошмалары тиерлек ҡатнашҡан.
Макулатура йыйыуҙа ҡатнашыу өсөн бумбатл.рф проекты сайтында теркәлергә кәрәк. Теркәлгәндә ойошманы күрһәтергә йәки үҙ аллы ҡатнашыуҙы раҫларға, һуңынан интерактив картала ҡабул итеү пунктын һайларға, ҡағыҙ тапшырырға һәм шәхси кабинетта был хаҡта отчет тултырырға кәрәк. Ҡатнашыусылар 10 октябрҙән 2 ноябргә тиклем ҡабул итеү пунктында макулатураны эшкәртеүгә тапшыра ала. Акцияла 15 ноябргә тиклем ҡатнашырға мөмкин. Уның йомғаҡтары буйынса “БумБатл”дың ойоштороу комитеты балалар баҡсалары, колледждар һәм техникумдар, юғары уҡыу йорттары, компаниялар араһында һәм шәхси зачетта тапшырылған ҡағыҙ сеймалы күләме буйынса лидерҙарҙы билдәләйәсәк. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһын да бүләктәр көтә.
Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: национальныепроекты.рф