

Ҡариҙел районында заманса фотостудия барлыҡҡа киләсәк. Ошондай проект менән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә районда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә сығыш яһанылар.
Бизнесмен ҡуртымға алынған бүлмәлә бер нисә фото зонаһы булдырып, яңы ҡоролмалар алырға ниәтләй. Студияның төп үҙенсәлеге шунда: камера көҙгө артында йәшереләсәк, йәғни фото нисек сығасағын алдан күрергә була. Фотоға төшкәндә бәләкәй пульт ярҙамында идара итергә мөмкин, һуңынан кадрҙы мониторға сығаралар.
"Ҡыҙыҡлы башланғыста эшҡыуарға булған саралар буйынса мәғлүмәт-консультация һәм льготалы кредит алыу барышында ла ярҙам күрһәтеләсәк", – тине район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.
Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: национальныепроекты.рф