Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
6 Октябрь 2023, 05:01

Күгәрсен районында һыу селтәре яңыртыла

Район үҙәге Мораҡ ауылында һыу селтәрен яңыртыу буйынса ҙур эш бара. 

Күгәрсен районында һыу селтәре яңыртылаКүгәрсен районында һыу селтәре яңыртыла
Күгәрсен районында һыу селтәре яңыртыла

Район үҙәге Мораҡ ауылында һыу селтәрен яңыртыу буйынса ҙур эш бара. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Таҙа һыу” федераль проектына  ярашлы башҡаралар.

Эште йыл аҙағынаса тамамлауҙы планлаштыралар.  Яңы селтәргә Мораҡ һәм Ҡортйылға ауылдарындағы һигеҙ мең йорт тоташтырыласаҡ. Һыу трассаһының оҙолоғо 22,8 километр тәшкил итәсәк. Белгестәр аңлатыуынса, һыу үткәргес бер нисә тапҡы юлдар һәм башҡа инженерлыҡ коммуникациялары менән киҫешә.

Ауыл эсенләге магистраль һәм таратҡыс  һыу үткәргестән тыш һыу һурҙырыу станциялары ла ремонтланасаҡ.

Фото: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас