Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
29 Сентябрь 2023, 10:06

Республика көнөнә асыласаҡ

Өфөлә Сергей Аксаков исемендәге баҡсаны яңыртыу тамамлана.    

Республика көнөнә асыласаҡРеспублика көнөнә асыласаҡ
Республика көнөнә асыласаҡ

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында Өфөлә йәмәғәт киңлектәре һаны арта бара. Быйыл ике ял зонаһы: Альбанов исемендәге сквер һәм Сергей Аксаков исемендәге баҡса төҙөкләндерелә.

Ҡала хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә Аксаков исемендәге баҡсала ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур эштәр башҡарылған. Объект буйынса дөйөм әҙерлек 95 процент тәшкил итә. Мәҫәлән, эргә-тирәләге биләмәләрҙе төҙөкләндереү, скейт-паркты, амфитеатр сәхнәһен, сауҙа киосктарын, асыҡ китапхананы, быуаның яр буйын, инженер коммуникацияларын монтажлау тулыһынса тамамланған.

Пушкин урамы яғынан тарихи ҡапҡаны реставрациялау буйынса эштәрҙең бәләкәй өлөшө ҡалған. Төҙөүселәр нигеҙҙе алмаштырған, реставрацияланған колонналарҙы ҡуйған. Әле карителейҙарҙы монтажлауға тотонғандар һәм антаблемент каркасын (ригель, түшәм плитәләре, парапеттар һәм декоратив элементтар) ҡуйыуға әҙерләнәләр. “Ал сәскә” арт-объектын һәм “Бала саҡ»” скульптураһын ҡуя башлағандар. Яңы күпер урамы яғынан инеү урынын матурлау буйынса эш алып барыла.

Биләмә үҙгәрә һәм өфөләрҙең яратҡан урынын 11 октябрҙә Республика көнөнә тантаналы асыу күҙаллана.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Башҡортостан гәзите
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас