

“Урманды һаҡлайбыҙ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә республикабыҙҙа көҙгө саралар иғлан ителеүен хәбәр итә Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Иҫәп буйынса бишенсе йәғни юбилей акцияһы ил буйынса башланып китте һәм урман фондын тергеҙеү буйынса мөһим көҙгө сара булып тора. Быйыл ойоштороусылар 70 миллион төп ағас ултыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Башҡортостан йыл һайын бындай экологик сарала ҡатнаша. Был юлы республикала акция 15 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Подлубово ауылында старт алды һәм Урман хеҙмәткәре көнөнә арналды. Барлығы сара сиктәрендә дүрт мең төп ҡарағас үҫентеләре ултыртылды.
Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала быйыл алты миллиондан ашыу төп үҫентеләр ултыртыу ниәтләнә, уның майҙаны 1,6 мең гектар ерҙе биләйәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция “Экология” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Экология”) уҙғарыла. Уның маҡсаты – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. Быға ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү һәм эшкәртеү, сүплектәрҙе бөтөрөү, урман һәм һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау, экологик туризмын үҫтереү һәм башҡа саралар инә.
“Урманды һаҡлайбыҙ” акцияһы кеүек күләмле экологик башланғыстар милли проекттың маҡсатына өлгәшеү өсөн власть, бизнес һәм йәмғиәтте берләштерергә булышлыҡ итә. Бөгөнгө көндә “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһында бер миллион ярым кеше ҡатнаша, улар 220 миллион үҫенте ултыртҡан. Ә 2030 йылға илдә барлығы биш миллиард төп ағас ултыртыу планлаштырыла.
Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла ярҙам итә.
Фото: Башинформ.