

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект «Жильё и городская среда») ярашлы башҡарыла.
Ошо биләмәне төҙөкләндереү һәм заманса хәлгә килтереүҙе сибайҙар күптән инде көнүҙәк мәсьәлә тип иҫәпләй ине. Ниһайәт, быйыл яҙ объектты төҙөкләндереү буйынса подрядсы менән муниципаль контракт төҙөлдө.
“Стадиондың майҙаны ҙур булғанлыҡтан, бындағы төҙөлөш эше өс йылға саҡлы һуҙылырға мөмкин, бөтә эш күләме ҡаҙнанан күпме аҡса бүленә барыуға бәйле. Быйыл филармония яғына ҡараған майҙанға иғтибар биреләсәк”, – тип аңлаттылар республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.
Төҙөкләндереү барышында һүтеү-ҡороу, инженер-техник селтәр булдырыу, яҡтыртыу лампалары ҡуйыу, майҙанды йәшелләндереү һәм башҡа эштәр ҡаралған.
Фото: “Башинформ”.