Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
24 Август 2023, 07:10

Үтәгәндәр еңеүгә табан бара

Июль айында тағы ла “Айыҡ ауыл” республика конкурсының мөһим этабы старт алды. Былтыр Күлләр ауылы яулаған еңеүгә дәртләнгән үтәгәндәр ауылдарын йәмләү буйынса эшкә дәррәү тотондо.

Үтәгәндәр еңеүгә табан бараҮтәгәндәр еңеүгә табан бара
Үтәгәндәр еңеүгә табан бара

Иң беренсе сиратта улар ауыл халҡын йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү эшен йәйеп ебәрҙе. Ауыл старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова етәкселегендәге инициатив төркөм төрлө йәштәге ауылдаштарына үҙҙәренә оҡшаған үҙенсәлекле шөғөл һәм тормошҡа маҡсат табырға, буш ваҡыттарын файҙа менән үткәрергә ярҙам итә.
Төп мәсьәлә – спиртлы эсемлектәр ҡулланырға ваҡыттары ҡалмаһын өсөн барыһын да төрлө эштәр менән тәьмин итеү.
Конкурс башланыуға күп ваҡыт үтмәһә лә, үтәгәндәр бик күп саралар ойоштороп та өлгөрҙө. Шулай итеп, үҙҙәренең эшен Мөҡсин ауылына барыуҙан башланы. Бында улар ауыл старостаһы Риф Мөхәмәтҡолов менән осрашып, ауыл халҡының ялын ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ауыл клубында булдылар, ҡыяр тоҙлау буйынса оҫталыҡ дәресе ҡараны. Мөҡсин ауылынан үтәгәндәр ыңғай тәьҫораттар менән генә түгел, ә ҙур пландар менән дә ҡайтты.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә ауыл халҡы дөйөм эштә ҡатнашты. Зөлфиә Әсфәндиәрова ҡатын-ҡыҙҙарҙы бройлер-өмәгә саҡырҙы. Был барыһы өсөн дә асыш булды. Зөлфиә еңгә табын да ойошторған, баянсы ла саҡырған. “Эш менән булып, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ”, - тип һөйләй был турала Дилара Ринат ҡыҙы.
Бынан тыш ауыл йәштәре “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһына әүҙем ҡушылып, тау итәгенән, йылға уйһыулығынан һәм Ағиҙел яры буйынан дүрт ҡапсыҡ сүп-сар йыйҙы. “ Балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ таҙа донъяла йәшәргә тейеш һәм был - беҙҙең дөйөм бурыс”, - ти Үтәгән ауылының әүҙем халҡы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Үтәгән ауылында тәүге тапҡыр үҙенсәлекле ваҡиға – район кимәлендә “Ҡабаҡфест” үтте. Уны ауыл халҡы үҙе ойошторғайны. Быйыл да фестиваль буласаҡ. Ә уның ниндәй кимәлдә үтеүен аҙағыраҡ һөйләрбеҙ.
Был башланғыс ҡына әле! Районыбыҙ халҡының энтузиазмына һоҡланабыҙ, ҡыуанабыҙ, һәм, әлбиттә, үтәгәндәргә һайлаған юлдарында уңыштар теләйбеҙ!

Рушания Хәмәтғалимова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас