Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
9 Август 2023, 07:41

Нуриманда сәксәк байрамы уҙҙы

Автоклуб ярҙамында матур сара үткәрелгән.    

Нуриманда сәксәк байрамы уҙҙыНуриманда сәксәк байрамы уҙҙы
Нуриманда сәксәк байрамы уҙҙы

Нуриман районында, йылдағыса, сәксәк байрамы үткән. Сара “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) буйынса алынған автоклуб ярҙамында ойошторолған.

Фестивалдә ҡатнашыусылар тәмле милли аш-һыу әҙерләп кенә ҡалмаған, сара барышында оҫталыҡ дәресе лә  күрһәткән. Байрам өҫтәленә ҡуйылған һәр сәксәк тәмле, матур итеп биҙәлгән, шуға ла иң-иңдәрен һайлау баһалама ағзалары өсөн бик еңелдән булмағандыр. Еңеүселәргә, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылған.

Байрам, әлбиттә, йыр-моң менән үрелеп барған, сараға килеүселәр рәхәтләнеп ҡушылып бейеп тә алған. Сараға йыйылыусылар  дуҫтарса аралашып, оҫта хужабикәләрҙең тәмле һыйы менән сәй эсеп таралышҡан.

Билдәләп үтергә кәрәк, "Мәҙәниәт" милли проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы тормошҡа ашырыла башланы. Проект мәҙәниәт өлкәһендәге матур башланғыстарға булышлыҡ итеүен дауам итә. 

Сығанаҡ: https://vk.com/avtoklubnurimancks

 

Нуриманда сәксәк байрамы уҙҙы
Нуриманда сәксәк байрамы уҙҙы
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас