Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
25 Июль 2023, 07:28

Тәүге звено яңыртыла

Яңы ҡорамалдар белгестәргә  патологияларҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирәсәк

Тәүге звено яңыртылаТәүге звено яңыртыла
Тәүге звено яңыртыла

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Асҡар үҙәк район дауаханаһы поликлинкаһына өр-яңы ике “УЗИ-Электрон” ультратауыш диагностикаһы аппараты алынды. Был системаларҙың ҡулланылышы киң, абдоминаль, ҡан тамырҙары, кардиология тикшеренеүҙәре үткәреү өсөн ҡулланыла.

 Ҡорамалдарҙың өҫтөнлөгө диагностик һүрәттәрҙең юғары сифатлы булыуында, мәғлүмәттәрҙең тиҙ эшкәртелеүендә, тикшереү һөҙөмтәләрен анализлау өсөн заманса программа менән тәьмин ителеүендә.

–Яңы ҡорамалдар белгестәргә  тикшереү һүрәттәрен юғары сифатта алырға, патологияларҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә, был үҙ сиратында пациенттарға медицина ярҙамы сифатын яҡшыртасаҡ,– ти Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас