

Башҡортостандың Әлмөхәмәт һәм Дүртөйлө элеваторҙары ингән “РЕСА” компаниялар төркөмө йыл башынан 29,6 мең тонна етен орлоғон экспортҡа оҙатҡан. Ҡытайға контейнер поездары менән ебәрелгән.
Мәҫәлән, Әлмөхәмәт элеваторынан 19,5 мең тонна етен, йәки 12 контейнер составы оҙатылған. Дүртөйлө элеваторы экспортҡа 10,1 мең тонна, йәғни алты контейнер составы ебәргән.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бөгөн республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау структураһында төп өлөш май тармағы тауарына тура килә – 66 процент. Май орлоҡтары, спирттар, бал һәм башҡаларҙың экспорт өлөшө – 11 проценттан, иген туғыҙ проценттан ашып китә. Йыл башынан республикала иген экспорты һиҙелерлек артҡан.
Шулай итеп, июль айының беренсе декадаһы аҙағына төбәктән 66 мең тоннанан ашыу башҡорт игене экспортҡа сығарылған, ә 2022 йылда күрһәткес һигеҙ мең тоннанан кәмерәк тәшкил иткән. Бынан тыш, Башҡортостан быйыл тимер юл буйлап экспортҡа иген оҙатыуҙы күпкә арттырҙы.
Экспортты, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексы тауарын арттырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) төп маҡсаты булып тора. Ул илдә 2018 йылдың октябренән ғәмәлгә ашырыла.
Фото: fermer.ru
Мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.